Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Август 2021, 16:16

Эшҡыуар кафе асмаҡсы

Сатура Минһажитдинова
Фото:Сатура Минһажитдинова

Район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Үҙ эштәрен асырға теләгәндәргә  төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Комиссияға төбәк үҫешенә битараф булмаған, инвестиция йәлеп итеү менән ҡыҙыҡһынған йүнсел кешеләр саҡырыла.

Комиссияға тѳҙѳкләндереү эштәре барған ҡала пляжы участкаһында  “Бистро” кафеһы асырға теләүсе мѳрәжәғәт итә.  Эшҡыуар ял итеүселәрҙе туҡландырырға һәм ялдарын күңелле итеп ойошторороға ниәтләй. Пландарын тормошҡа ашырыу өсөн ул ер участкаһы бүлеүҙәрен һорай.

Кәңәшмә барышында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта проект менән ҡыҙыҡһыныуын һәм һәр яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе.

Пляжды эксплуатацияға тапшырыр алдынан проект мәсьәләләре йәнә бер тапҡыр ҡараласаҡ, тип белдерҙеләр комиссия ағзалары. 

Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан алынды.

Читайте нас: