0 °С
Болотло
Осрашыуҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Мѳрәжәғәтнамәһе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Мѳрәжәғәтнамәһе, Башҡортостанда Иҡтисади һәм инвестициялы үҫеш, Республикала сәнәғәтте үҫтереү һәм конкурентлығын күтәреү дәүләт программаларына ярашлы һѳйләшеү барҙы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, был “аҡыллы” предприятие, унда технологик яңылыҡтар күп һәм уның менән бар Рәсәй ғорурлана ала. Шулай уҡ ул инвестор Йозеф Ласселсбергерға рәхмәт әйтте.
Республика етәксеһе Владимир Путин менән осрашҡан саҡта унан карбон полигондары төҙөү мәсьәләһендә ярҙам һорауын әйтте.
Бынан тыш, Радий Хәбиров Президентҡа Башҡортостанда ҙур Евразия ғилми белем биреү үҙәге, ҙур университет, кампус төҙөү эштәре хаҡында ла һөйләгән.