Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Август 2021, 16:48

Белореттар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектында ҡатнашып грант алығыҙ!

Уның төп бурысы - туристарҙың килеүен арттырыу һәм тармаҡта килемде үҫтереү. Рәсәй Хөкүмәте туроператорҙарҙың сығымын өҫтәмә финансларға, шулай уҡ туристарҙың юл хаҡын кәметергә, сит ил кешеләре өсөн электрон визалар индерергә планлаштыра.

Ошо арала Әбйәлил бик популяр районға әйләнде. Бына тағы бер төркөм журналистар Әбйәлилгә килде. Улар өсөн Туризмды үҫтереү үҙәге экскурсия саралары ойошторҙо.

Рәсәйҙә туризмға ярҙамға йүнәлтелгән яңы милли проект әҙерләнеүе тураһында күп яҙҙылар. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты үҙ эсенән эшҡыуарлыҡҡа, төбәктәргә һәм граждандарға ярҙам итеү сараларын үҙ эсенә ала - быға инвестиция проекттарын “Туризм.РФ” корпорацияһы тарафынан финанслау ҙа ҡарай. 

"Бергәләп тау-саңғы үҙәгендә Ҡарауылтауға күтәрелдек. Айтуған Фәттәховтың ҡымыҙ фермаһында булдыҡ, бында күптәр бейә һауып ҡараны, ҡымыҙ ҙа беште. Башҡорт аттары һәр кем дә ҡыҙыҡһыныу уятты. Милли ризыҡтарҙы яратып ашанылар. Мәргән уҡсы Рөстәм Баһаув ҡунаҡтар өсөн уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе",
тип яҙып сыҡты үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан буйынса туристик маршруттар ойоштороусы Артур Иҙелбаев.

Белореттарҙың  да “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектында ҡатнашып грант алырға мѳмкинлеге бар. Милли проект тарафынан ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү менән мәшғүл эшҡыуарҙарға ғына ярҙам итеү түгел, туризм йәһәтенән әүҙем макротөбәктәрҙе ойоштороу һәм үҫтереү ҡарала. Федераль структураларҙан ҙур финанс ярҙамды йәлеп итеү өсөн республиканың дәүләт комитеты “Ҙур Урал” туристик макротөбәк проектын эшләй.

Проектта автомобиль, тимер юлы, йылға, тарихи һәм велосипедсылар маршруттары бар. Федераль ярҙам менән берләшеү берҙәм инфраструктураны барлыҡҡа килтерәсәк һәм төбәктәрҙе туристик хеҙмәттәр баҙарына этәрәсәк. 

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: