-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Август 2021, 13:53

Владимир Путин Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте

Үткән йылда Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдәр инвесторҙары илебеҙҙә тормошҡа ашырылған милли проекттарға аҡсалата булышлыҡ итеү теләген белдерә тигәйне.

Президент Радий Хәбировтың  инвесторҙар менән уңышлы эшләүен юғары баһаланы. Әбйәлил районында “Цемикс” заводын асыу тантанаһында ил Президенты Владимир Путин  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырғанға рәхмәт әйтте.

“Мин әле Австрия партнеры менән һөйләштем, ул үҙенең пландары тураһында әйтте. Пландары дүрт этаптан тора һәм инвестициялар күләме лә ҙур, миллион евронан ашыу. Был уларға шарттар булдырған кешеләргә ышаныс билдәһе. Әлеге осраҡта - был Башҡортостан республикаһы етәкселеге. Ошоларҙың барыһынан да уңышҡа нигеҙ һалына ла. Уңышлы эшһеҙ һәйбәт перспективалар юҡ, ә бында улар бар”,
тине Владимир Путин.

Үткән йылда Санкт-Петербургта  Халыҡ-ара иҡтисади форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдәр инвесторҙары илебеҙҙә тормошҡа ашырылған милли проекттарға аҡсалата булышлыҡ  итеү теләген белдерә тигәйне.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Сатура Мингажитдинова