Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Август 2021, 13:10

Юлдар тѳҙѳкләндерелә

Белорет районының Абҙаҡ ауылы халҡы ошо проект буйынса юллы булып ҡалды. Үҙәк урамға асфальт юл һалынды.

Сатура Минһажитдинова
Фото:Сатура Минһажитдинова

2021 йылда Башҡортостан юл инфрструктураһын үҫтереүгә 2,5 миллиард һум тотонола.

Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған.

Федераль ҡаҙнанан был сығымдарҙы Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин 69 төбәккә бүлеп биргән. Бынан тыш,  республика төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы норматив хәлгә ҡайтарыу өсөн 224 миллион һум аласаҡ. Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашарыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан бөтәһе 5,7 миллиард һум йүнәлтелә. Сығымдар 200 километр юлды йүнәлтеүгә тотонола.

Белорет районының Абҙаҡ ауылы халҡы ошо проект буйынса юллы булып ҡалды. Үҙәк урамға асфальт юл һалынды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: