Владимир Путин Рәсәйҙә беренсе заманса юғары технологиялы Cemix ProWhite заводын асыуҙа ҡатнашты. Заводта аҡ цемент етештерелә башланы.
Видеомөрәжәғәт аша тантанала ҡатнашыусылар алдында Австрияның федераль концлеры Себастьян Курц та сығыш яһаны. Илебеҙ өсөн яңы һәм үҙенсәлекле етештереү Lasselsberger Австрия холдингының подразделениеһы булып тора. Был холдинг иһә төҙөлөш һәм сеймал материалдарын етештереүсе булараҡ билдәле. Предприятиены төҙөү 2018 йылда башланды, дөйөм инвестициялар күләме 5,7 миллиард һум тәшкил итте. Бында дөйөм алғанда 220 эш урыны булдырыласаҡ, әленән заводта 145 кеше эшләй. Уларҙың 40 проценты - Әбйәлил районы халҡы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” , “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекттарына ярашлы киләсәктә бында ҡеүәте йылына 100 мең тонна булған микрокальцит (эзбиз ташы вағы) һәм шулай уҡ ҡеүәте йылына 100 мең тонна булған төҙөлөш ҡатнашмалары ҡабы етештереүҙәрен төҙөргә уйлайҙар.
Предприятиеның етештереү ҡеүәте - йылына 240 мең тонна, был тулыһынса импортты алмаштырыу һәм илдең ихтыяжын ҡаплау мөмкинлеге бирәсәк. Әлегә Рәсәйҙә ватан етештереүсеһе аҡ цементта булған ихтыяждың өстән бер өлөшөн ҡаплай, ә 60 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Заводты эшкә ҡушыу был дисбалансты юҡҡа сыҡарыу мөмкинлеге бирәсәк. Ә ошоға тиклем башлыса ауыл хужалығы районы булған Әбйәлил районы тарихында беренсе тапҡыр ҙур сәнәғәт үҫеше нөктәһен аласаҡ. Башҡортостан заводының төп өҫтөнлөгө - файҙаланылған технологияла. Бында цементты еүеш түгел, ә ҡоро ысул менән етештерәсәктәр. Был күпкә замансараҡ технология, ул тауарҙың үҙҡиммәтен 30 процентҡа кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Етештереүҙең ошо юлы шулай уҡ зыянлы ташландыҡтар һанын 10 тапҡырға кәметеү һәм предприятиеның тәбиғәт менән тирә-яҡ мөхиткә зыянын минимумға еткереү мөмкинлеге лә бирә. Аҡ цементтан тыш предприятие төҫлө тротуар плитаһын һәм фасад плитаһын да етештерәсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан