Ниһайәт, «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә республика мәктәптәренең күпселеге уҡыусылар өсөн берҙәм форма булдырыуҙы ҡабул итте. Уның ниндәйен һатып алыуҙы һәр белем биреү учреждениеһы үҙе хәл итә. Ҡыҙҙар өсөн ул сарафан йәки юбка менән пиджак, малайҙар өсөн ғәҙәти костюм булырға мөмкин. Уҡыуҙар башланыр алдынан ата-әсәләр балалары менән баҙарҙа мәктәп формаһы һайлай. Ҡала баҙарында һәм сауҙа нѳктәләрендә мәктәп формаһының ниндәйе генә юҡ. Тәҡдим ителгән кейемдәрҙең сифаты бөтә талаптарға яуап бирә. Формалар сифатлы туҡыманан тегелгән һәм йыуғанда ла тиҙ туҙып бармай. Хаҡтары размерҙарына ҡарап төрлөсә билдәләнгән. Ҡайһы бер мәктәптәр махсус формаларҙы заказ биреп тектереп тә ала. Ата-әсәләргә лә балаларына берҙәм форма кейҙереү оҡшай.