Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Август 2021, 18:01

Ихаталар күркәмләнә

“Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге Силәбе урамының 7-се һәм 11-се йорт алдарында төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу бара.

Подрядсы “РефСтройПроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эштәрҙе апрель аҙағында башлап ебәргән һәм август аҙағында, ваҡытынан алдараҡ, тамамларға иҫәп тота. Әлеге ваҡытта бында 13 кешенән торған бригада 7 техника ярҙамында асфальт ҡатламы түшәй, 2 эшсе спорт майҙансығыныңҡоймаларын ҡуйыу менән мәшғүл.

“Асфальт түшәү эштәре бер нисә көндән тамамланғас, махсус бригада яҡтыртыу бағаналарын ҡуясаҡ. Был биләмәләрҙә махсус резина ҡатламы йәйелгән, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарына тура килгән спорт һәм балалар майҙансыҡтары урынлашасаҡ. Эшселәр, һауа торошоноң ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, иртәнән кискә тиклем тырышып эшләй. Был йорттарҙа йәшәгән халыҡ ихаталары төҙөкләндерелеүгә шат ҡына, автомобиль хужалары ваҡытлыса килеп тыуған уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итә”,
ти баш инженер Денис Ғәлиев.

#национальныепроекты, #нацпроекты, #региональныепроекты, #регпроекты, #нацпроектыБашкортостан

Рәсимә СӘЛИХОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: