Ай дауамында Тайнаш, Имәнлеҡул, Ҡарғалы, Ҡашҡар, Иҫке Үҙмәш ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡпункттары барлыҡҡа килеүе көтөлә, тип белдерә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Бер медицина ойошмаһының майҙаны 68,4 квадрат метр тәшкил итә. Ҡалмашбашта 600 кеше хеҙмәтләндерелә.
– ФАП төҙөгәндә заманса технологиялар ҡулланыла. Шуға ла ул бер нисә көндә һалына. Шулай уҡ учреждениеның эргәһен төҙөкләндереү ҙә ҡарала. Бында автомобиль ҡуйыу, килеп туҡтау урындары ла булыр, тип көтөлә, – ти Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алина Латипова.
Алты ФАП өсөн федераль бюджеттан 19,2 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған. Фельдшер-акушер пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан