Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2021, 12:44

"Башҡорт ихаталары" йорт алдарын йәмләндерә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Башҡорт ихаталары” республика комплекслы программаһы сиктәрендә Белоретта дүрт йорт ихатаһы төҙөкләндерелә. 2020 йылда 5 ихата алды төҙөкләндерелгән.

"Башҡорт ихаталары" йорт алдарын йәмләндерә
"Башҡорт ихаталары" йорт алдарын йәмләндерә

Юлдарҙы киңәйтеү, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыу, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәү, бордюрҙарҙы яңыртытыу, яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйыу, яңы балалар ҡаласығы төҙөү эштәре ҡаланың Коммунальная, Тюленин, Силәбе, Киров һәм Ленин урамдарындағы йорт ихаталарында алып  барыла.

Бурыстар күп. Бер йорт ихатаһын ғына төҙөкләндереү 7 млн. һумға тиклем барып баҫа. Был йәһәттән район эшҡыуарҙары һәм меценаттар ярҙам итә.

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: