Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2021, 10:14

Һәр кемгә яҡты йѳҙ, яҡшы мөнәсәбәт кәрәк

Күп функциялы үҙәктәр асыу халыҡты күп тѳрлѳ инстанцияларға йѳрѳүҙән ҡотҡарҙы. Хәҙер һәр кемгә кәрәкле документты еңел һәм ябай ғына беҙҙең үҙәктә алып була. Был бик уңайлы.

Башҡортостанда Күп функциялы үҙәк асылыуға 10 йыл тулды. Ә ҡалала Күп функциялы үҙәк ете йыл элек, 2014 йылда барлыҡҡа килә. Тәүҙә халыҡҡа 20 тәҙрәлә 137 хеҙмәт күрһәтелә. Уның 130-ы  дәүләт, 7-һе муниципаль хеҙмәт. Әлбиттә, әле был һандар күп тапҡырға үҫкән һәм 300-ҙән артып киткән. Уларҙың 78-е - федераль, 140-ы - республика, 29 - муниципаль, 34 - коммерция һәм башҡа тѳрлѳ хеҙмәттәр күрһәтелә.  

Күп функциялы үҙәктең Белорет ҡалаһындағы филиал мѳдире Анастасия Алифанова филиалға  Учалы, Межгорье, Асҡар, Иҫке Собханғол  бүлектәре ҡарауын әйтеп үтте. 

- Күп функциялы үҙәктәр асыу халыҡты күп тѳрлѳ инстанцияларға йѳрѳүҙән ҡотҡарҙы. Хәҙер һәр кемгә кәрәкле документты еңел һәм ябай ғына беҙҙең үҙәктә алып була. Был бик уңайлы. Барлыҡ ил буйынса бындай структураның барлыҡҡа килеүе халыҡҡа терәк булып тора, сѳнки кәрәкле документты,  барлыҡ хеҙмәттәрҙе бер урында алыу кешеләрҙең ваҡытын экономиялай. Уларға ойошманан-ойошмаға йүгереп йөрөргә, сиратта торорға кәрәкмәй. Шуға күрә республикала Күп функциялы үҙәктәр асылыуын халыҡ ыңғай ҡабул итте. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мѳрәжәғәтнамәһендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Мѳрәжәғәтнамәһендә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  2024 йылға тиклемлемге Указына ярашлы дәүләт үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик мәсьәләләре тураһындағы 12 милли проектта халыҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтеү тураһында ла яҡшы әйтелгән. Бигерәк тә фатир  һатып алғанда, ер участкаһын  рәсмиләштергәндә, ипотека юллағанда, тѳрлѳ документтар кәрәккәндә халыҡ Үҙәктең хеҙмәттәре менән әүҙем файҙалана. Әлеге көндә халыҡҡа 300 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре күрһәтелә. Уларҙың исемлеге бик ҙур. Мөләйем белгестәр һәр кемдең үтенесен тыңлап, ярҙам итергә әҙер. Һәр ҡайһыһының үҙ бурысы, үҙ эше бар. Әлбиттә, хеҙмәтебеҙҙе, тәү сиратта, халыҡ баһалай,
ти филиал мѳдире Анастасия Васильевна.
- Кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың мәсьәләләрен хәл итеү - беҙҙең бурыс. Һәр кемгә яҡты йѳҙ, яҡшы мөнәсәбәт кәрәк. Клиенттарҙың ышанысын аҡларға тырышабыҙ. Хеҙмәткәрҙәр тырыш, яуаплы һәм үҙ эшен яҡшы белә. Белгестәрҙең барыһы ла белемдәрен һәр саҡ камиллаштырып, үҫтереп тора. Күп функциялы үҙәктәрҙә, шул иҫәптән беҙҙә лә халыҡҡа бушлай юридик консультация биреү ойошторолған. Һәр шаршамбы көнө адвокаттар, юристар килеп халыҡҡа төрлө һорауҙар буйынса яуап биреп, ярҙам күрһәтә. Консультация сәғәт 5-тән 6-ға тиклем бара. Бынан тыш, Росреестр хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар ҙа халыҡҡа ер мәсьәләләре, мөлкәт һатыу, һатып алыу һәм башҡа һорауҙар буйынса консультациялар бирә. Хеҙмәткәр сәғәт 3-тән 5-кә ҡәҙәр һәр айҙың беренсе шишәмбеһендә йыл аҙағына тиклем халыҡҡа ярҙам күрһәтәсәк. Был хеҙмәттәр бушлай, халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн эшләнә. Был ярҙам август айынан башланды. Беҙҙең бинала нотариус, кадастр инженеры ла эшләй. Уларҙың хеҙмәттәре түләүле. Күп функциялы үҙәк хеҙмәттәре һәр саҡ киңәйә. Беҙгә һайлауҙа тауыш биреү ѳсѳн талон алырға ғариза бирергә, "Һѳт кухняһы" продукцияһын алыу ѳсѳн документтар юлларға, сит ил паспортын алырға һәм башҡа күп тѳрлѳ хеҙмәттәр менән файҙаланырға киләләр. Бер йыл эсендә беҙ 100 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Пандемия осоронда үҙәк үҙ эшен айырыуса яуаплы һәм ентекле алып бара. Бер тәүлек эсендә беҙгә 200-ҙән ашыу кеше мѳрәжәғәт итә. Үҙәктең төп маҡсаты - дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күтәреү, «берҙәм тәҙрә» принцибын ҡулланыу арҡаһында хеҙмәттәр алыу процедураһын ябайлаштырыу, халыҡ өсөн документтар юллау процесын уңайлаштырыу, уларҙың ваҡытын һәм аҡсаһын экономиялау, документтарҙа хаталар ебәрмәү,
ти Анастасия Васильевна.

Районда йәшәгән һәр кем бер тапҡыр ғына булһа ла дәүләт, муниципаль хеҙмәттәрҙе, шәхси документтар рәсмиләштереү өсөн Күп функциялы үҙәк филиалына мөрәжәғәт иткәндер. Белемле һәм тәжрибәле белгестәр граждандарға күп һанлы дәүләт хеҙмәттәре араһында юғалып ҡалмаҫҡа, ваҡытында уңайлы шарттарҙа кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә һәм алырға ярҙам итә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эше еңелдән түгел, шулай ҙа улар һәр көн ҡабул иткән граждандарҙы иғтибар менән тыңларға һәм ярҙам итергә тырыша.Элек ниндәйҙер документтар юллау ѳсѳн район халҡы йыш ҡына росреестр, Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Эске эштәр министрлығы, Пенсия фонды, Федераль һалым хеҙмәте һәм башҡа ойошмалдарға мѳрәжәғәт итә ине. Хәҙер иһә Күп функциялы үҙәккә генә мѳрәжәғәт итеү ҙә етә. Был бик яйлы. Ипотека рәсмиләштергәндә документтар әҙерләү, милеккә бәйле килешеүҙе теркәү мәсьәләләре һәм башҡа документтар ҙа бик тиҙ эшләнә. Тәү сиратта был - социаль яҡлау өлкәһе, рөхсәт ҡағыҙҙары һәм лицензия биреү хеҙмәттәре. Күп функциялы үҙәктә, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына балаға айлыҡ пособие алыуға документтар әҙерләү кеүек хеҙмәт күрһәтелә. Ошонда уҡ ер участкаларының сиктәрен билдәләүгә бәйле документтар алыуға ғаризалар ҡабул ителә һәм документтар әҙерләнә, граждандар торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидия юллай ала.Водитель таныҡлығы ѳсѳн  справкалар юллау ҙа  Күп функциялы үҙәк аша үткәрелә.Үҙәктә сират көтөү өсөн уңайлы урындар ҡаралған, балалар бүлмәһе, кафетерий бар. Республиканың Күп функциялы үҙәге илдә иң ҙуры. Ул 76 универсаль офис һәм идаралыҡ ѳсѳн  уңайлы булһын ѳсѳн 11 ѳлѳшкә бүленгән 440 территориаль подразделениеларҙан тора. Районда 14 подразделение бар. Инйәрҙә, халыҡҡа уңайлы булһын ѳсѳн, яңыраҡ икенсе тәҙрә эшләй башланы. 

Ошо кѳндәрҙә Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡотланы. Андрей Иванович  дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә лайыҡлы эштәре, намыҫлы хеҙмәттәре һәм һѳнәри оҫталыҡтары өсөн филиал мѳдире Анастасия  Алифанованы, хеҙмәт күрһәтеү залы начальнигы Инна Васильеваны, хеҙмәт күрһәтеү  залы белгестәре  Ольга Горбачеваны, Илнар Мансуровты район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләне. Андрей Иванович, коллективты ҡотлап, кешеләрҙең власҡа ҡарата булған мѳнәсәбәте күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәтенә лә туранан-тура бәйле булыуын билдәләне һәм: 

"Һеҙ һәр яңы ойошма үтә торған еңел булмаған юл үттегеҙ. Эшегеҙ кешеләр менән эшләүгә ҡоролған. Халыҡтың Күп функциялы үҙәккә ѳйрәнеп китеүе ѳсѳн бер нисә йыл кәрәк булды. Һеҙҙең тарафтан күп эштәр башҡарыла. Үҙәк кешеләр тормошонда етди урын алды, улар һеҙҙең хеҙмәттең кәрәклеген аңланы. Мин үҙем дә кешеләр менән күп эшләйем. Бының ни тиклем яуаплы, ауыр һәм ҡайһы саҡта ҡәҙерһеҙ хеҙмәт икәнен аңлайым. Сѳнки һәр кешенең мѳрәжәғәтен үҙең аша үткәрәһең. Беҙ бергәләп граждандарҙың власҡа ҡарата булған ҡарашын, мѳнәсәбәтен яҡшы яҡҡа үҙгәртер ѳсѳн эшләйбеҙ. Артабан да халыҡҡа күрһәткән хеҙмәтегеҙ сифаты һәр саҡ үҫһен. Барығыҙға ла һаулыҡ, яҡшы һәм кәрәкле хеҙмәтегеҙ ѳсѳн рәхмәт әйтәм,
тине Андрей Иванюта.

Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.

Автор фотоһы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: