Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2021, 12:25

Уйламағанда, автобуслы булдыҡ!

Ошо кѳндәрҙә Белореттың район мәҙәниәт йортона бәхет йылмайҙы.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проекты республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы барлыҡ учреждениелар ѳсѳн ҙур табыш булды. Билдәле булыуынса,  был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары менән раҫланған.

Был проектта  Башҡортостан Республикаһы 2017 йылдан бирле ҡатнаша. «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проектына ярашлы республиканың 15 ауыл клубы йыл һайын аҡсалата ярҙам ала, мәҙәниәт йорттары ремонтлана, транспорт, сәхнә костюмдары, музыка ҡоралдары һатып алына, сәхнәләр  заманса техника менән яҡтыртыла.

Ошо кѳндәрҙә Белореттың  район  мәҙәниәт йортона бәхет йылмайҙы.  Проект буйынса бүленгән аҡсаға Ford Transit (17+1) маркалы микро автобус һатып алынды. Хәҙер район  мәҙәниәт йортоноң  үҙешмәкәр артистары мәҙәниәт сараларына йомшаҡ, заманса микро автобуста йѳрѳйәсәк.

Сатура Минһажитдинова.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: