Ризван Даниял улы эш сәфәрендә йөрөгәнендә һәр саҡ спорт менән шөғөлләнгән балалар менән ҡыҙыҡһына. Спорт комплекстарында була, йәш спортсылар менән әңгәмәләшә, тренерҙар менән осраша, ҡаҙаныштары тураһында һораша. Мәктәптә уларҙы «Батыр» көрәшселәр клубы етәксеһе Рәнзил Мөлөков һәм йәш көрәшселәр ҡаршы алды. Ризван Ҡорбанов төрлө йәштәге балаларҙың, үҫмерҙәрҙең көрәшеү алымдарын ҡараны, кәңәштәр бирҙе. Рәнзил Ринат улы менән әңгәмәләште, ниндәй проблемалар борсоуын һораны.
Артабан депутат ҡалаға килде. Дауахана ҡаласығына яҡын урынлашҡан Мәжит Ғафури урамындағы 159-сы, 161-се күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгәндәр менән осрашты. Күптән түгел был йорттар биләмәләре «Башҡорт ихаталары» милли проектына ярашлы ремонтланды. Юлдарға асфальт түшәлде, тирә-яҡ төҙөкләндерелде. Ике йорт араһында балалар өсөн уйын, йәштәргә заманса спорт майҙансығы төҙөлдө. Тирә-яҡ матурланып, күркәмләнеп ҡалған. Был майҙансыҡҡа балалары менән уйнарға сыҡҡан йәш ата-әсәләрҙән тыш, ололарҙың да спорт менән шөғөлләнергә йөрөүе яҡшы күренеш. Депутат халыҡ менән осрашып, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе. Үҙе тураһында һөйләне, тормошҡа ашырырға теләгән проекттары хаҡында әйтеп үтте.
Артабан Ризван Ҡорбанов Октябрьский биҫтәһендәге 18-семәктәптә булды. Уның ярҙамсыһы спортсыларға көрәш алымдарын күрһәтте. Балаларҙың иң ҡыйыуҙары депутаттың ярҙамсыһы менән көрәшергә баҙнат итте.