Спорт менән шѳғѳлләнергә кәрәклеген һәр кем аңлай. Ғәҙәти күнегеүҙәрҙең һаулыҡҡа файҙа килтереүен дә барыһы ла белә. Спорт характерҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Ҡалала спорт менән шѳғѳлләнгән ололарҙы ла, йәштәрҙе лә йыш күрәбеҙ. Тимәк, спорттың кәрәклеген барыһы ла аңлай.
Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған "Демография" милли проекты балалар тыуыуҙы хәстәрләү йүнәлешенән генә тормай. Уның биш федераль проекты бар. Шул иҫәптә "Спорт - йәшәү нормаһы" тигәне лә.
Республиканың адреслы инвестиция программаһында ла спортҡа ҙур иғтибар бирелгән. "Физкультура һәм спорт" программаһы буйынса бер нисә проект ғәмәлгә ашырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Спорт - йәшәү рәүеше" региональ проектында ҡатнашҡандарға аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Был бәхеткә Белорет районы ла лайыҡ булды. Белорет районы спортсылары республика, рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яулай. Улар - беҙҙең ғорурлыҡ! Спортсыларҙың еңеүҙәрендә тынғыһыҙ тренерҙарҙың да ѳлѳшѳ ҙур. Үҙегеҙҙең лайыҡлы хеҙмәтегеҙ, еңеүҙәрегеҙ, спортты яратыуығыҙ менән һеҙ киләсәк быуынды ла кѳслѳ, киләһе кѳнгә ышаныслы ҡарашлы кешеләр итеп тәрбиәләйһегеҙ.
#СпортНормаЖизни; #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин; #Белорецк