Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Август 2021, 16:26

Өфө милли чемпионат финалын ҡаршылай

Бөгөн «Ватан» паркында IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) милли чемпионатын асыу тантанаһы була.

Өфө  милли чемпионат финалын ҡаршылай
Өфө милли чемпионат финалын ҡаршылай

«Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән try-a-skill («үҙеңде профессияла һынап ҡара») һөнәри йүнәлешле эшмәкәрлек майҙансыҡтары әҙер.

Чемпионат майҙансығында робот, Ер спутнигы менән идара итергә һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнергә, электр схемаһын йыйып, уны 3D-форматында баҫтырып алырға мөмкин.

Конкурс һынауҙары кесаҙна, 26 августа, башлана. Өфөгә чемпионатта ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар һәм журналистар килеүен дауам итә. Уларҙы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында, баш ҡалабыҙҙың тимер юл вокзалында һәм Рубеж урамындағы «Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда ҡаршы алалар.

Тантананың махсус ҡунағы — Егор Крид. 10-300 метр бейеклектә осҡан меңгә яҡын дрон ҡатнашлығында тамаша була.

Тамашасылар быны тәбиғи амфитеатр битләүенән ҡарай ала.

 

#НацфиналУфа#Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: