Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Август 2021, 10:00

Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе cтарт алды

Йәш һөнәрмәндәрҙең (WorldSkills Russia) IX милли беренселеге финалы башланды. Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһендә юғары уҡыу йорттарының һәм урта профессиональ уҡыу йорттарының студенттары (16-25 йәшлектәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә тиклемгеләр) ҡатнаша.

Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе cтарт алды
Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе cтарт алды

Өфөгә милли чемпионатта 1800 конкурсанттың ҡатнашыуы көтөлә, шул иҫәптән, 600 үҫмер. Бынан тыш 2000 тирәһе белгес киләсәк. Башҡортостандың йыйылма командаһында 498 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән, 280 конкурсант һәм 218 эксперт. Башҡортостандар 103 компетенцияла көс һынаша.

Милли чемпионатта ҡала Туризм үҙәге тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнаша. Төбәк йыйылма командаһы ағзалары биш көн дауамында "Ҡотҡарыу эштәре" компетенцияһында иң яҡшылары өсөн көс һынаша. Спортсыларға һәм уларҙың остаздарына уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ. 

Башҡортостан милли чемпионатҡа тулыһынса әҙер. Ошо көндәрҙә әҙерлекте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тикшерҙе.

- Башҡортостан Йәш һөнәрмәндәрҙең милли беренселеге финалын үткәреүе менән сикһеҙ ғорурланыр тип уйлайым, – тине Андрей Назаров. – Бынамын тигән майҙансыҡтар урынлаштырҙыҡ, компетенциялар буйынса ла һынатмаясаҡбыҙ.

Өфөнөң Рубежная урамындағы “Йәш һөнәрмәндәр паркында” ярыштар 25-29 августа үтә.

 

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: