Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь 2021, 16:16

“Мәрхәмәтле мәктәп” уңайлы шарттар тыуҙыра

Хәҙер Белорет коррекцион мәктәп уҡыусылары яңыртылған бүлмәләрҙә уҡыясаҡ.

“Мәрхәмәтле мәктәп” уңайлы шарттар тыуҙыра
“Мәрхәмәтле мәктәп” уңайлы шарттар тыуҙыра

Кабинеттар “Мәғариф” милли проектының “Мәрхәмәтле мәктәп” программаһы сиктәрендә, яңыртылды.  Тантанала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева ҡатнашты.

Яңы парта, ултырғыстар, ремонт, ә иң мөһиме логопед, психолог кабинетты өсөн заманса йыһаздар, хеҙмәт, робототехника, йыр  кабинеттары өсөн инструменттар алынды.

“Мәрхәмәтле мәктәп” проектына ярашлы, махсус белем биреү ойошмаларында балалар белем алып ҡына ҡалмай, яңы ҡорамалдарҙа буласаҡ һөнәр серҙәренә лә өйрәнә. Белорет “Мәрхәмәтле мәктәбендә” уҡыусылар тәҙрә рамдары, йыһаз эшләй белә лә инде. Ә яңы станоктарҙа шөғөлләнеү тағы ла мауыҡтырғыс буласаҡ.

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: