Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Сентябрь 2021, 14:24

Ауыл клубына эшкә бар ҙа, аҡса ал

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ауыл еренә эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә компенсация түләү саралары хупланды.

Ауыл клубына эшкә бар ҙа, аҡса ал
Ауыл клубына эшкә бар ҙа, аҡса ал

Май айында үткән “АРТ-Ҡоролтай” сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ”Ауыл мәҙәниәт эшсәне” (“Земский работник культуры”) программаһы тураһында иғлан иткәйне. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, беҙҙә ауылға эшкә барыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә компенсация түләү тураһында ҡарар сығарылған.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, әле тармаҡҡа 360 самаһы белгес талап ителә. Бигерәк тә ауыл клубтарында һәм балалар музыка мәктәптәрендә эшләргә кеше юҡ.

Ауылға йә халҡы 50 меңдән дә күп булмаған ҡалаға эшкә килеүсе 35 йәшкә тиклемге белгескә (һөнәри белеме булған) торлаҡ йә ер участкаһы алыу өсөн 500 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Был суммаға 2018 йылдан алып мәҙәниәт һәм ял учреждениеларында, китапханаларҙа, музейҙарҙа эшләүселәр, мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү педагогтары дәғүә итә ала.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: