Инвестһабантуйҙа “Экспортты һанлаштырыу” темаһы буйынса “түңәрәк өҫтәл”де Рәсәй экспорт үҙәге, Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡсади бәйләнеш һәм конгресс эшмәкәпрлеге буйынса Дәүләт комитеты ойошторҙо. Үлсәү ҡорамалдары заводы Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеүҙең ыңғай миҫалы күрһәткесе булараҡ саҡырылды.
Завод “Экспорт форсажы” программаһы буйынса уҡыуҙар үткән предприятиеларҙың береһе. Уңышлы уҡыуҙарҙан һуң, йәмғиәт Беларусь менән 1,3 млн. һумлыҡ килешеү төҙөнө. Завод та үҙенең ауыл хужалығы, сәнәғәт ҡорамалдары менән төрлө ҡала, сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Сентябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация бизнес-миссия менән Ҡаҙағстан Республикаһына барасаҡ. Унда Белорет үлсәү ҡорамалдары заводы ла ҡатнашасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Экспорт форсажы” программаһы 2019 йылдың 3 декабрендә старт алды. Бушлай уҡыуҙар “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын хуплау” милли проекттарына ярашлы башҡарыла.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан