Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Сентябрь 2021, 16:12

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проекты уңышлы башҡарыла

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ғәбдөк ауылында зыяратты капиталь ремонтлау буйынса эштәр тамамланды.

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проекты уңышлы башҡарыла
«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проекты уңышлы башҡарыла

Дөйөм оҙонлоғо 379 метр булған ҡойманың 190 метры – профнастил, ҡалған өлөшө сетка-рабица менән кәртәләнгән. Ҡапҡаһын яҡташтары Венер Саликов бүләк итә.

Иске ҡойманы ауылдаштар үҙ көстәре менән һүтә. Изге эште тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән ауыл старостаһы Линур Ғәлиәкбәров, депутат Рифат Ғилманов, хакимиәт хеҙмәткәре Минзәлә Атауллина һәм инициатив төркөм ағзаларына рәхмәттәрен еткерә.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: