Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Октябрь 2021, 19:24

Дауаханаларға - яңы машиналар

Өфөлә БР Башлығы Радий Хәбиров республиканың туғыҙ медицина учреждениеһы баш табиптарына 13 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.

Дауаханаларға - яңы машиналар
Дауаханаларға - яңы машиналар

Был техника федераль ҡаҙна иҫәбенә ҡайтарылған. Машиналар Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһына һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәгенә,  Күмертау, Сибай, Нефтекама, Октябрьский дауаханаларына, Белорет, Мәсәғүт, Иглин, Балтас һәм үҙәк район дауаханаларына бүленгән.

– Беҙ автомобиль асҡыстарын Республика көнө алдынан тапшырабыҙ. Ашығыс ярҙам автопаркына артабан да яңыртыу талап ителә.  Ике-өс йыл дауамында был эште тамамлаясаҡбыҙ һәм халыҡҡа ярҙамға заманса, уңайлы, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы машиналар сығасаҡ. Коллегаларығыҙ – бөтә табиптарға ла рәхмәтемде еткерәм. Ауыр заманда йәшәйбеҙ, ә һеҙ һәр ваҡыт кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн алғы рәттә тораһығыҙ. Шулай уҡ барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡотлайым, - тине Радий Фәрит улы.

Төбәк етәксеһе табиптар менән аралашты һәм вакциналау темптарын арттырыу кәрәклеген иҫкәртте.

Артабан ул яңы техника менән танышып, водителдәргә тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте.
 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: