+6 °С
Дождь
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Октябрь , 14:39

Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ

Республика көнө алдынан “Атайсал” республикак проекты сиктәрендә, депутат, “Урал спорт инвертарҙары заводы” директоры Азат Вилданов Сермәндә Ағиҙел, Урман һәм яҡын тирәләге урамдар балалары өсөн бүләк эшләне.

Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ

Тантаналы шарттарҙа  сағыу, уңайлы балалар майҙансығы асылды. Ошо уңайҙан ойошторолған сараға район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, депутаттар, ауыл халҡы һәм сараның төп ҡунаҡтары – балалар килде. Сермән ауылына ғына түгел, район кимәлендә лә ярҙам иткән завод директоры Азат Риф улының балалар майҙансығы төҙөтөүе тәүге генә эше түгел. Бер нисә йыл элек уның башланғысы менән ошондай уҡ балалар майҙансығы булдырылды.   

Азат Риф улы сермәндәрҙең шатлығын уртаҡлашып, барыһына ла сәләмәтлек, именлек теләгәндән һуң, яңы майҙансыҡтың ҡәҙерен белеп, боҙмай-ватмай файҙаланыуҙарын, артабан да ауылдың яҙмышына битараф ҡалмай төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне. “Атайсал” проектында ҡатнашыуға илһам биргән ауыл аҡһаҡалы, мәрхүм Солтан Сиражетдиновты ла телгә алып китте.

Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығы Индрей Иванюта, Сермән хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов, депутат Лилиә Сибәғәтова сығыш яһаны.

Майҙансыҡты урынлаштырыу һәм кәртәләп алыу, асфальт түшәү, ҡорамалдарҙы нығытыу кеүек эштәрҙе завод хеҙмәткәрҙәре башҡара. Тантанала улар ҙа билдәләнеп, район Советының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Тулыраҡ материалды гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина