РФ Президентының 2021 йылдың 20 октябрендәге 595-се Указына ярашлы, яңы коронавируслы сирҙе таратмау маҡсатында 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан ителде.
Аҡса алыу өсөн ғаризаны 2021 йылдың 1 ноябренән 15 декабргә тиклем Федераль һалым хеҙмәтенең nalog.ru сайтында шәхси кабинет аша тапшырырға кәрәк. Түләүҙәр 15 ноябрҙән мөрәжәғәт иткәндән һуң 8 көндән башланасаҡ. Аҡсаны кире ҡайтарыу кәрәкмәй.
Был грант СОНКО һәм эшҡыуарлыҡтың түбәндәге зыян күреүсе өлкәләренә биреләсәк:
▪мәҙәниәт, күргәҙмә, конференция һәм күңел асыу ойошмалары,
▪спорт,
▪ҡунаҡхана бизнесы,
▪йәмәғәт туҡланыуы,
▪өҫтәмә белем биреү,
▪көнкүреш хеҙмәттәре,
▪автомобиль һәм һыу транспорты.
Деталләшкән ОКВЭД ошо арала донъя күрәсәк.