Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Октябрь 2021, 12:48

Күләмле эштәр башҡарыла

Иҙел башының сағыу, үҙенсәлекле ижади коллективтары күп йыллыҡ традициялары менән районда ғына түгел, республикала ла киң билдәлелек яулаған.

Күләмле эштәр башҡарыла
Күләмле эштәр башҡарыла

Райондың һәр ауылында тиерлек ижади үҙәктәр - 40 ауыл мәҙәниәт усағы бар. Мәҙәниәт идаралығының яйлы эше ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Шулай ҙа мәҙәниәт усаҡтарының күптәренә капиталь ремонт һәм яңылары талап ителә.
Йыл аҙағында Ишле мәҙәниәт йорто капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен яңынан асырға йыйына. Күләмле төҙөкләндереү эштәре республика программаһына ярашлы, район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарылды.
Йәйен Аҙнағол ауылы клубының йылытыу системаһы яңыртылды. Бина быға тиклем мейес менән йылытылды. Быйыл райондың һәр ауыл клубында мейес менән йылытыу торбалыһына алыштырылды.
Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йортонда йыл аҙағына тиклем косметик ремонт менән бер рәттән тәҙрәләр ҙә алыштырылыуы көтөлә.
Тағы ла өс мәҙәниәт усағы төҙөлөшө проекты өҫтөндә эштәр алып барыла. Тирләндә төҙөлөш бара. Йыл аҙағына тиклем Йөйәктең социаль-мәҙәни үҙәге буйынса проект тапшырыласаҡ, ә Асы һәм Тимер юл ауылдарында социаль-мәҙәни үҙәктәр төҙөү буйынса ер участкалары бүленә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: