Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Ноябрь 2021, 17:40

Иң әүҙем ауыл интернетлы буласаҡ!

Юғары тиҙлекле мобиль интернет күп ауылдар өсөн хыял ғына булып ҡала. Иҙел башының ҡайһы бер ауылдары халҡының ошо хыялы киләһе йылда уҡ тормошҡа ашырылыуы ихтимал. Әгәр бергәләп тырышһа! Дәүләт хеҙмәттәренә инеп тауыш бирегеҙ һәм, ауылдаштарығыҙҙы ла тауыш биреүгә йәлеп итегеҙ. Иң әүҙем ауыл интернетлы буласаҡ!

Иң әүҙем ауыл интернетлы буласаҡ!
Иң әүҙем ауыл интернетлы буласаҡ!

Рәсәй Дәүләт хеҙмәттәре порталында 2022 йылда юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ тораҡ пункттар өсөн тауыш биреү тамамлана. 2021 йылдың 24 декабренә Дәүләт хеҙмәттәрендә 2022 йылда мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк 2 000 тораҡ пункттың исемлеге баҫыласаҡ. Селтәргә тоташтырылмаған, 100-ҙән 500-гә тиклем кешеһе йәшәгән төбәктең барлыҡ тораҡ пункттарының 10 проценттан күберәге 4G (LTE) мобиль элемтәгә инеү мөмкинлеге ала. 2022 йылға Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы Башҡортостан өсөн 130 тораҡ пунктты асыҡланы. Был ил буйынса иң юғары күрһәткес.
Ауыл, биҫтә һәм башҡа тораҡ пункттар 4G (LTE) мобиль элемтәгә тоташһын өсөн 2021 йылдың 15 ноябренә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталында тауыш бирергә кәрәк.
Тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн граждандарға Рәсәй Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған хисап яҙмаһы һәм ҡулланыусы тауыш биргән төбәктә даими теркәлеү кәрәк. Шулай уҡ хатты Рәсәй Финанстар министрлығына ебәреү мөмкинлеге лә ҡаралған. Хатта элемтә үткәрергә кәрәк булған торак пункттың теркәү адресын һәм исемен күрһәтергә кәрәк.
Ике айҙан һуң республикабыҙҙың 130 тораҡ пункты билдәләнәсәк, уларҙа 2022 йылда юғары тиҙлекле интернетҡа мобиль инеү тәьмин ителәсәк.
Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү программаһы Рәсәй Министрлығы һәм «Ростелеком» компанияһы тарафынан 2014 йылдан бирле тормошҡа ашырыла. 2021 йылда универсаль элемтә хеҙмәттәрен модернизациялау һәм 4G (LTE) элемтәнең заманса стандартына күсеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Райондың исемлектәге 52 ауылының 13-ө төбәк буйынса интернетҡа тоташтырыу исемлегенә ингән. Тауыш биреү шарттары теүәл үтәлгәндә генә был ауылдарға юғары тиҙлекле интернет үткәрелә.
11 ноябргә ҡарата Рәсәй төбәктәре Интернет өсөн 578 179 тауыш биргән, шуның 25 544 - беҙҙең республика. Башҡортостанда тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тәүге баҫҡысты Шаран районының Еремкино ауылы биләй. Аҙнағол ауылы 10-ынсы баҫҡыста, ауылды интернетҡа тоташтырыуға 228 тауыш бирелгән. Исемлектә шулай уҡ райондың Николаевка (192), Мөхәмәт (142), Манышты (102), Ишле (93), Ғәбдөк (86), Нура (61), Түбәнге Әүжән (57), Белорет (56), Исҡушты (54), Ҡарайылға (50), Олойылға (41), Ботай (52) ауылдары ла бар.
15 ноябргә тиклем тауыштарҙы дәррәү биреп, ауылығыҙға мобиль элемтә үткәреүҙә булышлыҡ итеп, туғандарығыҙға видеоэлемтә аша сығыу, улар менән аралашыу мөмкинлеге аласаҡһығыҙ.

Фото: vorle.ru

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: