Проект 14 йәштән өлкәнерәк уҡыусыларҙың тәҡдимдәренә нигеҙләнергә һәм урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелде.
Ошо көндәрҙә уҡыусылар проекттар төҙөү, һайлап алынған инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйыу, субсидия суммаларын дөрөҫ иҫәпләргә өйрәнеү буйынса курстар үтте.
Һөҙөмтәлә алты проект әҙерләнде, улар төрлө саралар ойоштороу, уҡыусылар өсөн ял итеү зоналарын төҙөкләндереү менән бәйле ине. "Мәктәп инициативаһын бюджетлау" гранты сиктәрендә гимназияның VIII-IX класс уҡыусылары гимназияны төҙөкләндереү, шарттарын яҡшыртыу буйынса төрлө проекттар әҙерләне һәм уларҙы тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итте.
Ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк проекттар тауыш биреү юлы менән һайлауға тәҡдим ителде.
Бына улар:
⚽1. Гимназия территорияһында спорт майҙансығы булдырыу;
🖥2. "Виртуаль киңлеккә сәйәхәт" виртуаль бүлмә булдырыу;
🧊3. Гимназияның спорт-күнекмә бүлегендә санитар-гигиена шарттарын яҡшыртыу;
⌚4. Гимназия биләмәһендә Яныбай Хамматов скверы булдырыу;
🎬5. “БашГим ТВ” телестудияһын булдырыу;
🕹6. "Устағы донъя" виртуаль сәйәхәте.
"Проекттарҙы яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Проектта ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Бындай саралар балаларҙы ижади процесҡа йәлеп итергә һәм уларҙың ихтыяждарын асыҡларға ярҙам итә. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса "Виртуаль киңлеккә сәйәхәт” проекты еңде.
Еңеүселәрҙе республика кимәлендәге һынауҙар көтә. Бында ла уңыштарға өлгәшһәләр, гимназиябыҙҙа виртуаль бүлмә барлыҡҡа киләсәк, йәш таланттарға яңы мөмкинлектәргә юлдар асыласаҡ. Уларға был һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә яҙһын!" - ти белем усағының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәзимә Мостафина.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан