Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ноябрь 2021, 12:25

"Оҙон тәнәфес" мөмкинлектәргә юл аса

Икенсе тапҡыр бүләккә Артекҡа юлламаны ҡаланың 17-се гимназия уҡыусыһы Мария Исаенко алды.

"Оҙон тәнәфес" мөмкинлектәргә юл аса
"Оҙон тәнәфес" мөмкинлектәргә юл аса

Беренсе тапҡыр Машаны уҡыуҙағы яҡшы өлгәше өсөн бүләкләгәйнеләр, икенсе юлламаны “Оҙон тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы финалына сыҡҡан өсөн алды. Конкурс финалында уҡыусы Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.

Респубпика намыҫын Белореттан ике уҡыусы – 20-се мәктәптән Ксения Курило һәм 21-сенән Софья Круглова ла яҡланы.

Ҡыҙҙар Мария менән бер рәттән Ҡазанда үткән конкурстың ярымфиналында сыҡыш яһаны. Ярымфиналсылар тренингтарҙа ҡатнашты, билдәле шәхестәр менән аралашты, проекттар төҙөргә өйрәнде.

«Оҙон тәнәфес» конкурсы «Мәғариф» милли проект сиктәрендә үткәрелә. 2020 йылдан ул уҡыусы һәм студенттар араһында үткәрелеп килә.

Конкурста Белорет ҡыҙҙары үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте. Мария “Рәсәйҙе өйрән” проектын һайланы. Проекттың маҡсаты – башҡа төбәк балаларын Белорет районы менән таныштырыу. Ксения “ Ижад ит” проекты менән “Малыш һәм Карлсон” йәнһүрәте сюжетын дауам итте. Софья йүнәлеш сиктәрендә ҡала мөхитен яҡшыртыу проектын тәҡдим итте.

 

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: