Әле “Хәүефһеҙ юлдар” олимпиадаһында I-IX кластарҙа 2,6 млн. уҡыусы ҡатнашҡан, тип белдерә Федераль юл агентлығының “ИНФОРМАВТОДОР” Автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы.
“Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһы икенсе йыл үткәрелә. Уны ойоштороусылар – Рәсәйҙең транспорт, эске эштәр, мәғариф министрлыҡтары, шулай уҡ “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы.
“Хәүефһеҙ юлдар” милли проекты ярҙамында үткәрелгән олимпиадала ҡатнашыу өсөн Учи.ру онлайн-платформаһында теркәлергә, шунан шәхси кабинеттан олимпиаданың битенә күсергә кәрәк: (https://olympiads.uchi.ru/olymp/roads/ ) .
Фото: ccoremsh.ru
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан