Күптән түгел район-ҡала хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә лә үрҙә телгә алынған социаль проект йәһәтенән фекер алышыу булды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, туризм һәм спорт ойошмалары ағзалары ҡатнашты.
Дөйөм алғанда, республикала олпат йәштәгеләрҙең ялын, белем алыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуын 224 дәүләт һәм 77 дәүләт ҡарамағында булмаған ойошма ғәмәлгә ашыра. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Татьяна Глухова белдереүенсә, “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” проекты сиктәрендә ойошторолған “Туризм”ға - 21 903, ”Спорт. Физик әүҙемлек” категорияһына - 60 142, “Ижад һәм ҡул эштәре”нә - 304 818, волонтерлыҡ эшмәкәрлегенә 7 774 олпат йәштәге кеше йәлеп ителгән, йәнә 3709 кеше үҙ килемен арттырыу менән мәшғүл булған.
Оло быуындың йәмәғәт тормошонда ҡайнауын тәьмин иткән муниципалитеттар араһында тәүге урынды Стәрлетамаҡ ҡала округы биләһә (109 520 кеше), икенсе, өсөнсө урындарҙа Мәләүез (27 453) һәм Белорет (19 700) райондары килә. Уның ҡарауы, иң әҙ һандар Благовар (0), Баймаҡ (60), Дыуан (410), Йәрмәкәй (436) райондарында теркәлгән.
Иҙел башында өлкән йәштәгеләрҙең әүҙем тормош позицияһы, әлбиттә, һоҡланғыс күренеш. 60 йәштән уҙған дәртлеләр өсөн 8 ижади коллектив эшләп килә. Ҡала мәҙәниәт һарайында ғына ла 200-ләп оло быуын кешеһе ижади эшмәкәрлек менән мәшғүл. Район буйынса 295 клуб түңәрәктәренең 30 процентын хаҡлы ялдағылар тәшкил итә. “Ағинәй”, “Аҡһаҡал” йәмәғәт ойошмаларының эше лә йәнле алып барыла.
Кәңәшмәлә проект йәһәтенән сәләмәт йәшәү оҙайлылығын 67 йәшкә тиклем еткереү, пенсия йәшендәге граждандарҙы төрлө сараларға күпләп йәлеп итеү, экскурсия-танып белеү сараларында оло быуын кешеләренең һанын 5 меңгә ҡәҙәр арттырыу кеүек алдағы йылға бурыс-маҡсаттар билдәләнде.
Фото: psyinternat.ru