Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ноябрь 2021, 12:55

Программа сиктәрендә — мәктәптәргә капиталь ремонт

Ҡалаға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде.

Программа сиктәрендә — мәктәптәргә капиталь ремонт
Программа сиктәрендә — мәктәптәргә капиталь ремонт

Ҡалаға эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова килде.

Депутат «Мәктәптәрҙә капиталь ремонт» программаһын контролдя тотҡан Мәғариф комитеты мәнфәғәтен яҡлай. Программа биш йылға иҫәпләнгән, тимәк 2022 йылдан федераль ҡаҙна иҫәбенә 7300 мәктәп ремонтлана һәм 1300 яңы белем усағы төҙөлә.

Эльвира Ринатовна хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илгиз Теләүбаев һәм мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова менән ҡаланың 13-сө һәм 20-се мәктәптәрендә булды. 13-сө мәктәптә капиталь ремонт икенсе йылға планлаштырылған. 20-се мәктәп дәүтә экспертизаһы үтә.

“Мәктәптәрҙә капиталь ремонт” программаһы 14 төр эштәрҙе үҙ эсенә ала. Шуларҙан һәр мәктәп үҙенә кәрәклеген генә һайлай ала. Мәҫәлән, 20-се мәктәп бер ваҡытта ла капиталь ремонт күрмәгән. Шулай булғас, ремонттың 14 төрө лә талап ителә.

Район хакимиәте билдәләүенсә, ҡалала һигеҙ мәктәп ремонтҡа мохтаж. Маҡсатлы программа ярҙамында уларҙың һаны артыр, тип көтөлә.

Ҡаланың 1-се мәктәбендә “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә стоматология кабинетын йыһаҡландырыу мөмкинлеге ҡаралды.

Эльвира Ринатовна биналарҙың торошона ҡарамаҫтан, Иҙел башында белем сифаты юғары кимәлдә тип билдәләне.

 

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: