Төҙөкләндергәндән һуң мәктәптәрҙә — 2667, ә балалар баҡсаларында иһә 2842өҫтәмә урын булдырылған. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
Нефтекамала 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү эше тамамлана, был — ошо ҡалала иң ҙур мәктәп. Әлеге ваҡытта ул 96 процентҡа әҙер.
Яңы мәктәп уҡыусыларҙы 2022 йылдың беренсе кварталында ҡабул итә башлай. Ул Нефтекаманың яңы, йылдам үҫешкән биҫтәһендә урынлашҡан. Уҙған йылдың аҙағында бында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған.
«Республиканың башҡа ҡала-ауылдарында ла белем усаҡтары төҙөйбөҙ. Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылында мәктәп буйынса мәсьәләгә нөктә ҡуябыҙ, намыҫһыҙ подрядсынан һуң хәлде төҙәтәбеҙ. Өфө районы Миловка ауылында эштәрҙе дауам итәбеҙ. Шулай уҡ Учалы, Хәйбулла, Дыуан, Баймаҡ райондарында һәм Өфөлә мәктәптәр һалабыҙ. Белореттағы мәктәпте төҙөкләндерә башланылар. Яңы балалар баҡсалары асырға йыйынабыҙ.
Ошондай темп менән төҙөһәк тә, Башҡортостанда мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ихтыяж ҙур. Шуға күрә социаль йүнәлешле төҙөлөш сәйәсәтен артабан да дауам итербеҙ», — тиелә яҙмала.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан