Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Декабрь 2021, 10:04

"Һәр резиденция – шартлы майҙансыҡ ул"

Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикабыҙҙа күләмле, маҡсатҡа ярашлы күп эштәр башҡарыла. 

"Һәр резиденция –  шартлы майҙансыҡ ул"
"Һәр резиденция – шартлы майҙансыҡ ул"

Ошо көндәрҙә Салауатта, Күмертауҙа һәм Стәрлетамаҡта “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт” проектының резиденциялары асылды. Киләһе ике аҙнала тағы 12 урында – Сибай, Нефтекама, Ағиҙел, Межгорье, Октябрьский ҡалаларында һәм Өфөнөң ете районында асыласаҡ. 

Проекттың координаторы Вито Сабиров әйтеүенсә, “Һәр резиденция – ул саралар ойоштороу буйынса шартлы майҙансыҡ, уларҙы ҡала мәктәптәренең иң әүҙем уҡыусылары тормошҡа ашырасаҡ”.

Йыл дауамында уҡыусылар нетворкингтарҙа, шәхси үҫеш тренингтарында, интерактив сессияларҙа, ижади осрашыуҙарҙа ҡатнашасаҡ, башҡа мәктәптәрҙәге тиҫтерҙәре менән танышасаҡ.

Проекттың тәүге осрашыуҙары уҡыусыларҙы берләштергән. Балалар тематик флешмобтар ойоштороп, челлендж башлап ебәрҙе, улар бер ҡаланан икенсеһенә тапшырыла.

- “Үҫеш биләмәһе. Яңы хәрәкәт” проекты – 2019 йылда нигеҙ һалынған “Үҫеш биләмәһе” форумының матур дауамы. Беҙ проектта уҡыусылар өсөн яңы алымдар ҡулланылған ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар булдырып, иң яҡшы тәжрибәләрҙе файҙаланып, уларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Уҡыусылар үҙҙәренә ниндәй йүнәлештәр кәрәклеген, йәғни ҡыҙыҡлы булыуын үҙҙәре һайлай, - тип билдәләне “Бәхет биләмәһе” фондының Попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова.

Проект йыл дауамында ғәмәлгә ашырылып, 2022 йылдың яҙында "Үҫеш биләмәһе" республика форумы менән тамамланасаҡ.

"Мәғариф" милли проектына ярашлы эштәр республиканың колледждарына ла яңы мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Йылдам һөнәри үҫеш үҙәгендә WiederKraft компанияһы менән берлектә стратегик сессия үтте. Сараға ярашлы, белгестәр төбәгебеҙҙә "Йәш һөнәрмәндәр" йүнәлештәрен – "Автомобилдәрҙе буяу", "Еңел автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү", "Кузов ремонты" буйынса һөнәр биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен ҡараны.

- Тәү сиратта, беҙ һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһының төбәктең генә түгел, илдең алдынғы предприятиелары кимәленә тиңләшеүен теләйбеҙ. Колледж тамамлаусылар заманса ҡорамалдарҙа производство бурыстарын үтәй белергә тейеш. Ә был партнерҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән осраҡта ғына мөмкин, - тине мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова.

Өфө автотранспорт колледжында “Автомобилдәрҙе буяу” йүнәлеше буйынса ҡорамалдар менән танышыу, шулай уҡ IX “Йәш профессионалдар” (Worldskills Russia) милли чемпионатының финалына ярашлы йыһазландырылған ҡорамалдар нигеҙендә производство мастерҙарын уҡытыу һәм автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү” компетенцияһы буйынса асыҡ дәрес үтте.

WiederKraft компанияһынан спикерҙар сифатында һатыуҙар бүлеге етәксеһе Даниил Алтунин, “Кузов ремонты” йүнәлеше буйынса бүлек етәксеһе Денис Верхотурцев сығыш яһаны. Сарала һөнәри белем биреү ойошмаларынан 30-ҙан ашыу мастер һәм уҡытыусы ҡатнашты.

Фото: "Башинформ".

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: