Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 17:20

Артурға – фатир асҡысы

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Артур Фәтҡуллинға фатир асҡысын тапшырҙы.

Артурға – фатир асҡысы
Артурға – фатир асҡысы

Егет етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына инә.

Артур — Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының II курс студенты. Белорет металлургия колледжын да тамамлаған.

Фатир хужаһының пландары күп. Тәү сиратта ул фатирын патронат ата-әсәһенә күрһәтәсәк. Егет әлегә улар менән бергә йәшәй.

Фатир ҡала үҙәгендә урынлашҡан, сантехник ҡорамалдар, электр, газ, һыу иҫәпләү приборҙары, плита менән йыһазландырылған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: