Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Декабрь 2021, 14:45

Николаевкалар - тракторлы булды

Николаевка ауыл хакимиәте «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында уңышлы ҡатнашып, кәҫтаҡталы трактор алыуға өлгәште.

Николаевкалар - тракторлы булды
Николаевкалар - тракторлы булды

Киләсәктә яңы техникаға тағылма алыу ҙа планлаштырылған.

Техниканы юлдарҙы тәртиптә тотоу, ремонтлау һәм таҙартыу, шулай уҡ Николаевка ауыл хакимиәтенә ҡараған Николаевка, Мәхмүт, Верхнебельский, Үрге Арша, Черный ключ ауылдар биләмәһен төҙөкләндереү өсөн тотонасаҡтар.

Проектты тормошҡа ашыу өсөн республика, урындағы бюджет, физик һәм юридик шәхестәрҙең финанс ярҙамдарын берләштерергә кәрәк ине.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Урындағы башланғыстарға ярҙами итеү» программаһы ярҙамында биш ауыл хакимиәте проекттарын уңышлы тормошҡа ашырҙы. Ҡояшлы биҫтәһендә - балалар майҙансығы төҙөлдө, Олойылға, Ғәбдөк, Баҡыйҙа зыяраттар кәртәләнде, тәртипкә килтерелде, Инйәрҙә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөкләндерелде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: