Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Декабрь 2021, 13:16

Аграрийҙарға агротуризмды үҫтереү өсөн грант алырға мөмкин

2022 йылдан Рәсәйҙә ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн «Агротуризм» гранты булдырыла.

Аграрийҙарға агротуризмды үҫтереү өсөн грант алырға мөмкин
Аграрийҙарға агротуризмды үҫтереү өсөн грант алырға мөмкин

Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһын үҙгәрткән ҡарарҙы хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин раҫланы.

Аграрийҙар 10 миллион һумға тиклем грантҡа иҫәп тота ала.

Кесе аграр эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең ауыл туризмын үҫтереү проекттарына дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге бар.

«Бындай проекттар туристарҙы ҡабул итеү өсөн биналар төҙөү йәки ремонтлау, эргә-тирәләге биләмәләрҙе төҙөкләндереү, күңел асыу инфраструктураһын булдырыу, туристик ҡорамалдар, кәрәк-яраҡтар һатып алыуҙы үҙ эсенә алырға мөмкин», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә.

Проекттың хаҡын ҡаплау ваҡыты биш йылдан артмаҫҡа тейеш. Проектҡа аҡсаның бер өлөшөн эшҡыуар үҙе түләргә бурыслы. Мәҫәлән, 3 миллион һумға тиклем грант алыу өсөн проект хаҡының 10% (5 миллион һумғаса — 15%, 8 миллион һумғаса — 20%, 10 миллион һумғаса — 25%) һалырға кәрәк.  

Грант өсөн проекттарҙы Ауыл хужалығы министрлығы һайлай.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: