«Әсәйем рус теле уҡытыусыһы ине. Ишембайҙа балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, ул миңә: «Улым, рус телен мотлаҡ өйрән», – тине. Хәҙер башҡорт телендә һөйләшкәндә ҡәнәғәтлек кисерәм. Халыҡ менән туған телдә аралашһаң, уларға ихтирам күрһәтәһең. Был минең өсөн бик мөһим», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уның фекеренсә, полилингваль гимназиялар төҙөү – милли сәйәсәттең мөһим күрһәткесе.
«Республикала өс башҡорт, Нефтекамала татар полилингваль гимназиялар төҙөнөк, Мишкәлә – мари полилингваль гимназияһы, шулай уҡ сыуаш гимназияһы (урынын һайлайбыҙ) төҙөргә йыйынабыҙ. Белем усаҡтарына ихтыяж булыуы бик мөһим. 2024 йылға 12 полилингваль гимназия асыу бурысы тора, тиҙҙән Аҡъярҙа асыла», – тине республика етәксеһе.