Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Ғинуар 2022, 12:26

«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты - иң яҡшы тәжрибә

Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проектын шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу буйынса иң яҡшы тәжрибә тип таныны.

«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты - иң яҡшы тәжрибә
«Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты - иң яҡшы тәжрибә

Башҡортостанда ике йыл рәттән «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты эшләп килә. Йәмғеһе 2000 сертификат тапшырылған. Был сертификат 2 айҙан алып 3 йәшкә тиклемге балаларға шәхси балалар баҡсаһында урын алыу хоҡуғын бирә. Шәхси балалар баҡсаларына бер бала өсөн айына алты мең һум аҡса бүленә: төбәк ҡаҙнаһынан – 5 700 һум, урындағы бюджеттан иһә 300 һум.

Фото: Башинформ.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: