Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ғинуар 2022, 12:35

Ғаиләләргә – яңы ярҙам төрҙәре

Быйылдан әсәлек капиталы күҙаллауҙар буйынса түгел, ә ғәмәлдәге инфляция кимәле буйынса индексацияланасаҡ.

Ғаиләләргә – яңы ярҙам төрҙәре
Ғаиләләргә – яңы ярҙам төрҙәре

2022 йылда ғаиләләргә түбәндәге пособиеларҙың максималь күләме арттырылды:

Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса – 360 164 һумға тиклем;

Баланы 1,5 йәшкә тиклем тәрбиәләгән өсөн – 31 282,48 һумға тиклем;

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса – 36 016,40 һум минус НДФЛ.

Башҡортостанда хеҙмәткә түләүҙәрҙең минималь дәүмәле район коэффициенты менән бергә 15 973,5 һум тәшкил итте.

2022 йылдан әсәлек капиталы күҙаллауҙар буйынса түгел, ә ғәмәлдәге инфляция кимәле буйынса индексацияланасаҡ.

Ошо йылдан алып ике һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр яңы ҙурыраҡ майҙандағы фатир һатып алғанда торлаҡ һатыуға һалымдан азат ителә. Быларҙың барыһы ла ғаиләләрҙе социаль яҡлау маҡсатында эшләнә!

Фото: oktnews.ru

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: