-12 °С
Болотло
Өфөлә уҙған йылдың ғинуар-декабрендә — 14 129, Башҡортостандың район һәм ҡалаларында 25 475 сабый донъяға килгән.
277 уллыҡҡа алыу осрағы теркәлгән, 5 275 кеше атайлыҡты билдәләгән.
Шулай уҡ былтыр республикала өйләнешеүҙәр һәм айырылышыуҙар һаны тураһында билдәле булды. 2020 йыл менән сағыштырғанда уларҙың һаны артҡан.
2021 йылдың 12 айында Башҡортостанда 23 033 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән (2020 йылда иһә 19 271). Былтыр 16 703 пар никахтарын тарҡатҡан, 2020 йылда айырылышҡандар аҙыраҡ — 14 571.
Фото: kpoxainfo.ru