Милли проекттар
25 Января 2022, 11:25

Яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрә

быйыл яҙ яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрәЯңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрә
Яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрә

Мәғлүм булыуынса, 2001 йылдан республика властары урындағы бала табыу йорттарында донъяға килгән бөтә сабыйҙарға бүләк әҙерләй. Йыйылмалағы әйберҙәр төрө һәм үҙҡиммәте үҙгәреп тора. 2021 йылда йыйылмаға уголок, кофта, ползунки, башлыҡ, плед, янғынды иҫкәртеү приборы индерелде.

Быйыл 1 марттан бүләк итеп һигеҙ әйбер биреләсәк: уголок, кофта, ползунки, башлыҡ, янғынды иҫкәртеү приборы, сумка, одеяло, бәйләнгән комбинезон.

Автор:Эльвира Хамзина