- Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән айырмалы рәүештә, шәхси секторҙа төпләнеүселәр элек-электән ял итеү, уйнау, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйен майҙансыҡтарҙан мәхрүм. Быға тиклем был йәһәттән саң ҡағыуҙар бер һөҙөмтә лә бирмәгән ине, бөгөн иһә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ярҙамында был ғәҙелһеҙлекте төҙәтергә мөмкинлек тыуҙы. Тимәк, конкурста еңгән осраҡта, беҙ халыҡ мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндергән, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырған проектты ғәмәлләштерергә финанс ярҙам аласаҡбыҙ.
Шәхсән үҙем ғаилә менән ял итеү паркын төҙөргә тәҡдим иттем. Чапаев урамы халҡы йыйылышта был тәҡдимде хупланы. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Владимирович Егупов та ҡатнашты. Ғөмүмән, кешеләрҙең йәшәгән ерҙәрен төҙөкләндерергә, күркәмләндерергә тырышып тороуы, ваҡытын, аҡсаһын йәлләмәүе, берҙәм булыуы һоҡландырҙы, - ти проекттың әйҙәп йөрөүсеһе, эшҡыуар Данис Йыһаншин.
Ысынлап та, тотош йәшеллеккә күмелгән, йәпле эскәмйәләр, балалар майҙансығы, спорт ҡорамалдары менән йыһазландырылған, яҡтыртылған ғаилә паркы ҡала йөҙөн биҙәр матур урындарҙың береһенә әүерелер ине. Төйәктәштәрҙең ниәттәре бойомға ашырына өмөт бағлайыҡ.