+3 °С
Болотло
Фондта белдереүҙәренсә, бөтәһе 36,9 меңдән ашыу сабый донъяға килгән.
Малайҙар бер меңгә тиерлек күберәк.
Бер йылда республикала 5 өс игеҙ һәм 415 игеҙәк бала тыуған. Иң күп тыуым март айында булған.
Йышыраҡ 34-35 йәшлек, ә 26 сабыйҙы 46 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ тапҡан, тип белдерҙеләр ведомствола.
14 ҡыҙ һәм 23 малай 5 килограмм ауырлыҡта тыуған.
Яңы тыуған сабыйҙарҙың уртаса буйы — 52 сантиметр, ауырлығы — 3,3 килограмм.
Фото: ярославльновости.рф