Байрам ҡунаҡтарын һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне:
- Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләйем. Ерҙә иң юғары тәғәйенләнеш – әсә булыу. Ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә усағын һаҡлай. Дини башланғыстарҙы, туған телде һәм халыҡ традицияларын һаҡлауҙа, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ, – тиелә сәләмләүендә. – Йыл да «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң сағыу һәм әүҙем йәмәғәтселәрҙе берләштереп, ил тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта, уның географияһы киңәйә. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һайлаған һөнәрҙәрендә юғары үрҙәргә өлгәшә. Төрлө һөнәр вәкилдәре — сәйәсмәндәр һәм ғалимдар, уҡытыусылар һәм табиптар, эшҡыуарҙар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, халыҡ оҫталары һәм йәштәр лидерҙары йәмғиәттә киң танылыу яулай, - тине ул үҙ сығышында
«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» проекты авторы һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина сараның тантаналы өлөшөн «Ҡатын-ҡыҙ – әсә» номинацияһында еңеүселәрҙе — күп балалы әсәләрҙе бүләкләү менән асты.
Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң юғары наградаһы — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы. Республикала һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә, БДБ илдәрендә 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо награда менән бүләкләнде. Был юлы тағы 15 еңеүсе иғлан ителде.
Конкурста Белорет районы данын Межгорье ҡалаһының "Ал сәскә" театр-студияһы етәксеһе, Мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең "Ҡарлуғас" халыҡ театрының режиссер ярҙамсыһы, Бөтөн Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Зарифа Кинйәбай ҡыҙы Янбаева яҡланы. Яҡташыбыҙ "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалына лайыҡ тип табылды.
Еңеүселәрҙе республикала билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ республика сәхнәһенең йәш йондоҙҙары ҡотланы. Сара танылған сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәева башҡарыуындағы ҡобайыр менән тамамланды.
Конкурс «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы буйынса уҙғарыла.