Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Март 2022, 16:31

Ауылдар интернетҡа тоташа

2022 йылда Башҡортостанда юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташтырыласаҡ 130 тораҡ пукттың исемлеге билдәле булды.

Ауылдар интернетҡа тоташа
Ауылдар интернетҡа тоташа

Ауыл халҡын интернет селтәре менән тәьмин итеү маҡсатында республика Хөкүмәте “Башинформсвязь-Ростелеком” йәмғиәте менән берлектә “Асыҡ интернет” төбәк проектын ғәмәлгә ашыра. Быйыл республиканың 102 мең йорто мобиль Интернатҡа тоташтырыла.

Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү программаһы 2014 йылдан бирле эшләп килә. 2021 йылда универсаль элемтә хеҙмәттәрен модернизациялау һәм 4G (LTE) элемтәнең заманса стандартына күсеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Былтыр тауыш биреү юлы менән райондың 12 ауылы төбәк буйынса интернетҡа тоташтырыу исемлегенә индерелгәйне. Ошо көндәрҙә юҙары тиҙлекле Интернет үтәсәк ауылдар исемлеге билдәле булды.

Талаптарға тура килгән - 100-500 кешеһе йәшәгән, төбәк буйынса күп тауыш йыйған, төбәк квоталарына индерелгән, Интернетҡа тоташтырыу өсөн техник мөмкинлектәре булған тораҡ пункттар исемлеккә индерелде. Исемлектә Аҙнағол (324), Николаевка (231), Мулдаҡай (204), Исҡушты (180), Мөхәмәт (159), Манышты (128), Ишле (108), Нура (101), Түбәнге Әүжән (88), Олойылға (72), Ботай (62), Ҡарайылға (53) ауылдары бар.

Фото:mytaganrog.com

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: