2022 йылда ла николаевкалар был проектта ҡатнашырға ҡарар итте. Был юлы дөйөм һәм йоҡлаҡлау йыйылыштарынан һуң, Мәхмүт ауылы мәктәбенең тәҙрәләрен яңыртырға ҡарар ителде. Белем учреждениеһының быға тиклем ҡыйығы, йылытыу системаһы яңыртылһа ла, тәҙрәләре мәктәп төҙөлгәндән бирле алыштырылмаған.
2018 йылда "Урындағы башланғыстарҙы хуплау" программаһы арҡылы мәктәптең йылытыу системаһын алыштырҙы, 2021 йылда Николевка ауыл хакимиәте берҙәм көс менән тракторлы ла булды. Быйыл да программала уңышлы ҡатнашып, белем усағы тәҙрәләрен алыштыра алыуҙарына ышана хакимиәткә ҡараған ауылдар халҡы.