Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2022, 10:10

Ремонт талап ителә

Ике ай дауамында, 2021 йылдың декабрендә һәм быйылғы йылдың ғинуарында, Ишле ауыл хакимиәтендә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса дөйөм һәм йомғаҡлау йыйылыштары үтте.

Ремонт талап ителә
Ремонт талап ителә

Олойылға халҡы программа сиктәрендә үткәрелгән йыйылыштарҙа актив ҡатнаша, ауылдың көнүҙәк мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшә. Республика программаһында ҡатнашыу өсөн күпселек тауыш менән мәҙәни-ял үҙәге бинаһының ҡыйығын ремонтлау һайланды.

Ауыл мәҙәниәт йорто, Олойылға мәктәбе ашханаһы, ауыл китапханаһы, полиция бүлмәһе һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге урынлашҡан үҙәккә ремонт эштәре күптән талап ителә. Ҡыйығынан да ҙыу аға. Шуға ла, был проектта еңеүгә өлгәшеп, үҙәктең ҡыйығы төҙөкләндерелер тигән өмөттә олойылғалар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: