Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Март 2022, 13:49

Йыл экспортерҙары билдәләнде

Башҡортостанда "Йыл экспортеры" конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды.

Йыл экспортерҙары билдәләнде
Йыл экспортерҙары билдәләнде

Конкурс комиссияһы 24 конкурсанттың эшмәкәрлеген баһаланы (ете - ҙур бизнес, 17 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары).

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында сәнәғәт өлкәһендә йылдың иң яҡшы экспортеры" номинацияһында - "Башурмансервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Йәш һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында агросәнәғәт комплексы өлкәһендә йылдың иң яҡшы экспортеры" номинацияһында -  шәхси эшҡыуар Эрдоган Мехмет, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында юғары технологиялар өлкәһендә йыл экспортеры" номинацияһында - "Ирида" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл ҡаҙанышы" номинацияһында - "Басвул" сауҙа йорто билдәләнде. 

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында хеҙмәттәр өлкәһендә "Баштөркөм" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте,  "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында яңы география" номинацияһында - "Үлсәү ҡорамалдары заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Рәсәйҙең сәнәғәт өлкәһендә йылдың иң яҡшы экспортеры. Эре бизнес" номинацияһында  "Урал пружина заводы"еңеүсе булды. 

"Йыл асышы. Ҙур бизнес" номинацияһында - "Метта" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт еңеүсе тип табылды. "Яңы география. Ҙур бизнес" номинацияһында "Башспирт" акционерҙар йәмғиәте еңеүсе тип билдәләнде. "Иң яҡшы агросәнәғәт комплексы өлкәһендә йыл экспортеры. Ҙур бизнес" номинацияһында "Шишмә май экстракцияһы заводы" еңеүсе булды.

 

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: