Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель 2022, 16:30

Подъездарға - яңы һулыш

Иҙел башында 13 йортта 37 подъезд ремонтлана.

Подъездарға -  яңы һулыш
Подъездарға - яңы һулыш

Ҡаланың Карл Маркс, 72, Косоротов,11, Пушкин,67-се йорттарында 4-ешәр подъезд, Овчаренко,6, Төньяк,2  йорттарында 3-өшәр, Стахановсылар урамында 4б йортоноң 1 подъезы, шул уҡ урамдың 6б йортонда 2 подъезд ремонтлана. Шулай уҡ Тимер юл ауылының Вокзал урамының 4-се йортонда - 2, Смежная урамындағы 3-сө йортта - 3, Инйәрҙең Төҙөүселәр урамы,4 - 3, Тирләндең Локоцков тыҡрығындағы 16-сы йортта - 2, Олойылғаның Урман урамындағы 1-се һәм 5-се йорттарының 3-өшәр подъезы ремонтлана. 
Бынан тыш, республика программаһы буйынса ҡаланың Косоротов урамдарының 1-се, 11-се, 9а, 19а йорттарының ҡыйыҡтары, Коммунальная урамы  25-се йорттоң электр менән тәьмин итеү системаһы алыштырыла. 
Дөйөм алғанда, өс йылда республикала подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса 2 184 күп фатирлы йортта 6 493 подъезд төҙөкләндерелде. Эштәрҙең дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, 2022 йылда ошо программаға финанслауҙы арттырыуға өлгәшелде.  Планда  - 320 күп фатирлы йорттағы 958 подъезды тәртипкә килтереү.
- Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса халыҡ ремонтҡа үҙ аҡсаһын тотонмай, бөтәһен дә республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә эшләйбеҙ. Күптәр өйрәнеп бөткән инде, программаның талаптарының береһе - йортта йәшәүселәр менән мотлаҡ килешеү. Улар стенаның төҫөн, дизайнын үҙҙәре һайларға, эштең сифатын күҙәтеп барырға тейеш. Ҡайһы бер күп фатирлы йорттарҙа әүҙемселәр подъез-
ды тағы ла нығыраҡ үҙгәртеү өсөн рәссамдарҙы саҡыра, ул саҡта барыһы ла бик матур килеп сыға. Программа сиктәрендә ишектәр ремонтлана, беренсе ҡаттарҙа керамик плиткалар түшәлә, яңа тамбур ишеге, пластик тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергияны һаҡсыл файҙаланған яҡтыртҡыстар ҡуйыла, шулай уҡ стеналар, түбәләр штукатурлана. Сифат мәсьәләһе бик мөһим. Бер нисә тапҡыр намыҫһыҙ подрядсылар менән «ауыҙ беште», быйыл эштәргә контролде көсәйттек. Халыҡтан элеккесә ситтә ҡалмаҫҡа, эштәрҙе контролдә тоторға ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ. Биш йыл гарантия ла бар, - тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: