Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Апрель 2022, 11:54

Әсәлек капиталының бер өлөшөн аҡсалата биреүҙәре ихтимал

Яҙғы сессияла Дәүләт Думаһына әсәлек капиталының 5 процентҡа тиклемен ҡулаҡса менән биреү тураһындағы закон проектын индереүҙәре ихтимал. 

Әсәлек капиталының бер өлөшөн аҡсалата биреүҙәре ихтимал
Әсәлек капиталының бер өлөшөн аҡсалата биреүҙәре ихтимал

Был турала «Известия» гәзите закон проектын әҙерләүселәрҙең береһе, Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Татьяна Буцкаяға һылтанып хәбәр итте.

Аҡсаны ғаиләләргә бер тапҡыр биреү күҙ уңында тотола, тине Буцкая.

«Йыш ҡына әсәлек капиталының төп йүнәлештәр өсөн файҙаланылмай ҡалған аҡсаһы йылдар буйына һаҡлана. Халыҡтың закон буйынса ҡаралғандың барыһын да алыу мөмкинлеге булырға тейеш»,— тип хәбәр итте ул баҫмаға.

Түләнгән аҡса ғаилә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыу өсөн сығымдарҙы ҡаплауға тотонолор тип күҙ уңында тотола, хөкүмәткә уларҙың исемлеген раҫларға тәҡдим ителә. Компенсация капиталдың бер өлөшөн төп йүнәлештәрҙең береһенә файҙаланған ғаиләләргә генә түләнә.

Хеҙмәт министрлығына бындай закон проекты килмәне әле, тип белдерҙеләр «Известия» гәзитенә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: ok.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: