Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Апрель 2022, 15:26

«Сәләмәтлек поезы» - Белоретта

Райондың ҡайһы бер ауылдары халҡы ҡалаға килмәйенсә генә, невролог, офтальмолог, хирург, акушер-гинеколог кеүек белгестәрҙә тикшереү үтә ала.

«Сәләмәтлек поезы» - Белоретта
«Сәләмәтлек поезы» - Белоретта

18 апрелдә Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған «Сәләмәтлек поезы» акцияһы башлана. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Динара Еникеева хәбәр итте.

Быйыл белгестәр 18-19 апрелдә – Сосновкала, 20-22 апрелдә – Шығай ауылында, 25-27-һендә - Сермәндә, 28-29 апрелдә – Үҙән ауылында һәм 5-6 майҙа Үрге Әүжәндә халыҡты ҡабул итәсәк.
Аҙ мобилле граждандарҙы тикшереү өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пунктының күрше ауылдарға барыу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн урындағы фельдшерҙарға алдан заявка бирергә кәрәк буласаҡ.

УЗИ эшләтергә, анализдар тапшырырға, флюорография, маммография үтергә мөмкин. Прививкалар эшләтеүҙең милли календары буйынса коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтергә була.

Ҡабул итеүҙәр иртәнге сәғәт 9-ҙан башлана. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС һәм медицина страховкалау полисы алырға онотмағыҙ!

Үткән йылғы мәғлүмәттәр буйынса, райондың алты ауылынан 2783 кеше медицина тикшереүендә булған. 1683-ө – флюорография, 284 ҡатын-ҡыҙ маммография үткән. 50 кеше тәүтикшереү үтеп, сирҙәрен асыҡлаған.

Проект «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. «Поезд» составында Белорет дауаханаһының мобиль комплексы: Сәләмәтлек үҙәге, флюорограф, маммограф, фельдшер-акушерлыҡ пункты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: